-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2021, 12:51

ЙӘШТӘР ЙЫЙЫНЫ САҠЫРА

«Башҡортостан йәштәре йыйыны – 2021» II халыҡ-ара  мәҙәни-ағартыу  форумы Ҡырмыҫҡалы  районындағы «Берлога» клубында 30 сентябрҙә  башланып, 2 октябргә тиклем дауам итәсәк.

ЙӘШТӘР ЙЫЙЫНЫ САҠЫРА
ЙӘШТӘР ЙЫЙЫНЫ САҠЫРА

Форумда 12 йәштән өлкән уҡыусылар, студенттар, ауыл һәм ҡала йәштәре, йәштәр ойошмаларының әүҙемселәре, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, йәштәр проекттары авторҙары ҡатнашасаҡ.

Федераль һәм төбәк спикерҙары, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың йәштәр проекттары конкурстары эксперттары, стендап һәм бизнес-тренерҙар проектлау сессиялары үткәрәсәк, социаль проектлау өлкәһендәге йүнәлештәр, менеджмент һәм йәштәр идеялары брендингы тураһында һөйләйәсәк. Йәштәр конкурста үҙ проекттарын күрһәтәсәк.  

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в