+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2021, 16:13

ГАЙҘА БАШҠОРТОСТАНДАН ӨС ҠЫҘ ҺӘЛӘК БУЛҒАН

Үткән төн Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында медицина колледжында уҡып йөрөгән өс Башҡортостан ҡыҙын үлтергәндәр. 17 йәшлек Айгизә У., 19 йәшлек Зөлфиә Саникина, 18 йәшлек Әҙилә Кәримова – икеһе Баймаҡ районынан, береһе Күгәрсен районынан булған.

ГАЙҘА БАШҠОРТОСТАНДАН ӨС ҠЫҘ ҺӘЛӘК БУЛҒАН
ГАЙҘА БАШҠОРТОСТАНДАН ӨС ҠЫҘ ҺӘЛӘК БУЛҒАН

Ҡыҙҙар бергәләп ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. Фатирҙа ут сыҡҡан. Ҡыҙҙар янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Янғынды һүндергәс, ике ҡыҙҙың  бысаҡ менән сәснсеп үлтерелгән кәүҙәһе фатирҙа, өсөнсө ҡыҙҙың мәйете ихатала табылған.

Өлкәнең Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Тәүҙә Күгәрсен районы Туйымбәт ауылынан 18 йәшлек Әнүәр Сыңғыҙовты шик аҫтына алғандар, ул ауылдашы Әҙиләнең иғтибарын яуларға тырышып йөрөгән. Әммә ул һуңғы көндәрҙә  Өфөлә булыуын һәм ҡыҙҙар менән дә байтаҡтан яҡындан аралашмауын белдергән. Егет тәфтишселәрҙән ҡасмай, журналистарҙың мөрәжәғәттәренә лә яуап бирә ти.

Тәфтишселәр тикшереү алып бара, тәфтиш мәнфәғәттәрен күҙәтеп, бер ниндәй аңлатмалар бирмәй, тикшереү серен һаҡлай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ һәм Күгәрсен райондары хакимиәттәре башлыҡтарына һәләк ителгән ҡыҙҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итергә ҡушҡан. «Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре нимә тойғанын күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡот осҡос фажиғә. Хәҙер уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү һәм уларға кәрәк бөтә ярҙамды  күрһәтеү мөһим», – тигән республика етәксеһе. Район башлыҡтары ғаиләләрҙең йорттарына барған. Ҡыҙҙарҙың береһе Сибайҙа әсәһе менән йәшәгән, әле ул әсә менән бәйләнешкә инергә тырышалар.

 

Сығанаҡ: Башинформ. 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: