30 сентябрҙә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Төбәктәрҙе үҫтереү буйынса хөкүмәт комиссияһы штабы ултырышы үтеп, унда илдең туғыҙ субъектына ошо кредитты бирергә ҡарар ителгән.
Туғыҙ субъект араһында Башҡортостан да бар. 14,8 миллиард һум Өфөләге һәм Нефтекамалағы яңы микрорайондарҙа инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшө өсөн алына.
Хупланған проекттар иҫәбендә — Өфөлә 2200 урынлыҡ мәктәп төҙөү, юлдарҙы, юл сиселештәрен реконструкциялау, Ағиҙел аша күпер менән Өфөнө Көньяҡтан урау юлы һалыу, шулай уҡ 5,7 млн кв. м. торлаҡ һәм 20 меңдән ашыу эш урыны булдырыласаҡ яңы микрорайондар өсөн пассажир автобустары һатып алыу инә.
Сығанаҡ: Башинформ.