Ул «Мәғариф» милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы булышлығы менән төҙөлә. Федераль бюджеттан проектты тормошҡа ашырыуға 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Әлеге көнгә төҙөүселәр һыу үткәргес менән канализацияның, йылылыҡ трассаһы менән электр системаһының тыштағы өлөшөн һалып бөткән, бинаны күтәрәләр. Эш график буйынса бара. Объектты 2022 йылдың сентябренә тапшырырға планлаштыралар.
Сығанаҡ: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.