+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2021, 12:46

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА БАҒЫШЛАНЫЛАР

1 сентябрҙә Өфөнөң Рихард Зорге урамында «Беренсе уҡытыусыма» тигән сквер асылғайны. Үткән шәмбе унда экологик акция үтте.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА БАҒЫШЛАНЫЛАР
УҠЫТЫУСЫЛАРҒА БАҒЫШЛАНЫЛАР

Өлкән класс уҡыусылары уҡытыусылары менән бергәләп Уҡытыусы даны аллеяһына нигеҙ һалды. Улар аллеяға шыршы, ҡайын, йүкә, миләш – бөтәһе 70-ләп төп ағас ултыртты.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әһәдуллина үҙенең исемле ағасын ултыртты. Уҡытыусыларға бағышланған композиция булдырыу тәҡдиме менән дә нәҡ ул сығыш яһағайны. Буласаҡ һәйкәл проектына конкурс иғлан ителгән.

Сквер һәм аллея «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының  «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде.

Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәте.

Фото: Октябрь район хакимиәте сайтынан.

Автор:Л. СӘЛИХОВА.
Читайте нас: