-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2021, 10:10

ТӨРМӘНӘН НИҢӘ СЫҒАРҒАНДАР? Ҡыҙҙарҙы үлтерһен өсөнмө?

Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында уҡыусы башҡорт ҡыҙҙарының аяныслы үлеме бөтә илде тетрәнергә мәжбүр итте. Үлтереүҙә ғәйепләнеүсе тиҙ арала тотолған һәм ул шаңғыған хәлдә төрмә дауаханаһында көслө һаҡлауға дусар ителгән. Ул хәҙер бер ваҡытта ла иреккә сыға алмауы ихтимал.

ТӨРМӘНӘН НИҢӘ СЫҒАРҒАНДАР?  Ҡыҙҙарҙы үлтерһен өсөнмө?
ТӨРМӘНӘН НИҢӘ СЫҒАРҒАНДАР? Ҡыҙҙарҙы үлтерһен өсөнмө?

Сөнки бындай шау-шыу тыуҙырған енәйәттәр һәм уны башҡарыусылар иң юғары язаға – мәңгелеккә төрмәгә ябыуға хөкөм ителә. Психологтар енәйәтсенең ни өсөн бындай вәхшилеккә барыуын аңлатырға тырыша.

            Енәйәтсе ҡәҙимге тормошта ҡурҡаҡ, баҙнатһыҙ һәм аҫтыртын булған. Ундайҙар ҡорбандарын көсһөҙҙәр – бала-саға, айырыуса, ҡатын-ҡыҙ араһынан эҙләй. Улар, ғәҙәттә, көсө етмәҫтәйҙәргә үрелмәй.

            Ләкин йәмғиәтте бөгөн икенсе һорау борсой. Енәйәтсе ун йылдар самаһы элек төнгө клуб директорын үлтергән һәм 9,5 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Төрмәлә саҡта даими рәүештә дисциплина боҙған, штраф изоляторында ултырған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төрмәлә ултырған килеш, өйләнгән, ҡыҙы тыуған. Ентекләп ҡараһаң, кеше булырға ынтылыш булған һымаҡ. Ваҡыты еткәс, уны төрмәнән сығарғандар һәм холҡон төҙәтеү юлына баҫманы тип билдәләгәндәр. Үҙенә тейешле ваҡытты төрмәлә үткәргәс, күрәһең, уны артабан тотоу өсөн нигеҙ юҡтыр. Ләкин барыбер һорау бар: беҙҙең көс структураларында төрмәнән төҙәлеү юлына баҫмайынса, холҡон ыңғай яҡҡа үҙгәртмәйенсә сыҡҡандарҙы тикшереү, уларҙы реабилитациялау, яңы тормошҡа индереү һәм башҡа шундай саралар ғәмәлдә эшләмәйме ни? Әгәр төрмәнән ҡотолғандан һуң ул төҙәлеү юлына баҫмаған икән, тимәк, тәртип һаҡлау, яза башҡарыу, хөкөмдө үтәү саралары үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡармай.

            Үлтереүсене иреккә ебәргәндәр. Ул үҙенә яңы ҡорбандар тапҡан. Тормош тәжрибәһе булмаған, үҙен яҡлай ҙа алмаған көсһөҙ ҡыҙҙарҙы һуйыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәкмәй.

            Дөрөҫөн әйткәндә, халҡының имен тормошон тәьмин итә алмаусы илдә йәшәүе ауыр. Мин бында Ҡаҙан, Пермь, Керчь фажиғәләрен иҫкә төшөрөп тормайым. Беҙҙә генә түгел, АҠШ, Англия, Франция һымаҡ бай, ҡеүәтле илдәрҙә лә ваҡыт-ваҡыт тыныс халыҡты ҡыралар.

            Енәйәтсе төрмәнән йәй башында сыҡҡан. Уның яҡындары, улыбыҙҙың холҡон төрмә боҙҙо һәм рәшәткә артында кешелек сифаттарын юғалтты, тип иҫәпләй. Ҡыҙҙарҙы үлтергәндән һуң ул йома көндө ҡатыны, дүрт йәшлек ҡыҙы менән әсәһендә ҡунаҡта булған һәм үҙен бик тыныс тотҡан. Тормошонан ҡәнәғәт булһын өсөн ата-әсәһе уға фатир алып биргән. Ремонт яһаған. Енәйәтсе төрмәнән сыҡҡан саҡта уның характеристикаһына: “Ҡабатлап енәйәт ҡылыу ихтималлығы һәм иректә яраҡлашыу кимәле – уртаса”, – тип яҙылған. Үкенескә ҡаршы, был баһаны уға шартлы рәүештә генә ҡуйғандар, тип шикләнергә нигеҙ бар.

            Үкенесле хәл. Бер енәйәтсе яза башҡарыу системаһының бер тиҫтә йыллыҡ эшен һәм тырышлығын юҡҡа сығарҙы, өс ғаиләне һәм уларҙың яҡындарын (Аллаһ һеҙгә түҙемлек бирһен!) мәңгелек ҡайғыға һалды. Бындай енәйәтте иң ҙур яза менән дә баһалау ауыр.

Автор:Р. Мәүлитҡолов
Читайте нас: