-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2021, 11:31

ТАБЫШЛЫ УРЫН ТАПҠАН

Өфө районы Таптыҡ ауыл советы рәйесе “кемдең ҡулында – шуның ауыҙында” тигән мәҡәлде тағы бер ҡат иҫбатламаҡ булғандыр инде. Ай һайын үҙенә-үҙе премия яҙып тик ултырған.

ТАБЫШЛЫ УРЫН ТАПҠАН
ТАБЫШЛЫ УРЫН ТАПҠАН

Анһат бит: Таптыҡ ауыл советында вазифалы кешенең күпме матди ярҙам алғанын көйләгән муниципаль хоҡуҡи акт сығарылмаған, бер ниндәй сикләү юҡ, выждан тигәнең дә, бәлки, тыумыштан булмағандыр. Рәйес ай һайын үҙенә 23 меңдән 133 мең һумға тиклем хеҙмәткә түләү фондында ҡаралмаған матди ярҙам яҙған. Ике йылда бөтә сумма 1 миллион 600 һумдан уҙып киткән.

Прокурор тикшереүе генә был кешенең уғрылығына сик ҡуйған. Өфө районы прокурораһы уға «вазифанан яуыз ниәттә файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: