Байраҡ шәхси коллекциялар менән АҠШ-ҡа алып сығылған булған. Күп һанлы һөйләшеүҙәр алып барғандан, экспертизалар үткәргәндән һуң байраҡ тейешле урынына – полктың тыуған яғына алып ҡайтылды.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Уникаль экспонатты танылған генерал-майор Хажиәхмәт Ишбулатов нәҫеленән булған Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Филүс Ишбулатов тапҡан һәм ҡайтартыуҙы ойошторған.
Сығанаҡ: Башинформ.