Сериалда ролдәрҙе билдәле Мәскәү актерҙары Сергей Друзьяк, Олег Тактаров, Михаил Богдасаров һәм башҡалар уйнай. Шулай уҡ башҡорт театрҙары актерҙары ла ҡатнаша.
«Саня, газуй!» — «Сказка» кинокомпанияһы менән «Молодежные инициативы» продюсерлыҡ үҙәгенең «Башкортостан» киностудияһы ҡатнашлығындағы берлектәге продукты. Ситком «Мәҙәниәт» милли проектының йәштәр контенты булдырыу буйынса конкурсында еңгән.
Сығанаҡ: Башинформ.