-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2021, 12:06

ИҪӘН ХАН (ӘСӘН ХАН) ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Тәтешле районында башҡорт халҡының XVI быуатта йәшәгән мәшһүр сәйәси эшмәкәре, ирәкте башҡорттары башлығы Иҫән ханға арнап мемориаль комплекс асылған. Уның ҡәбере өҫтөнә тимерҙән сүкеп яһалған көмбәҙ ҡоролма ҡуйылған, тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

ИҪӘН ХАН (ӘСӘН ХАН) ИҪТӘЛЕГЕНӘ
ИҪӘН ХАН (ӘСӘН ХАН) ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Проект граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бағышланған һәм социаль әһәмиәткә эйә булған проекттарҙы тормошҡа ашырыусы коммерцияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған БР ойошмалары араһындағы конкурста еңеп сыҡҡан.  Проекттың дөйөм суммаһы 785 мең һум тәшкил иткән.

Ошо уҡ көндө  «Беҙ – Әсән хан вариҫтары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үткән. Унда Өфөнән һәм Пермдән килгән билдәле ғалимдар ҡатнашҡан.

«Әсән хан (Иҫән хан) – Иректе (Ирәкте) ырыуы башҡорттарының тарихи риүәйәттәре геройы. Был риүәйәттәр уларҙың шәжәрәләренең һәм тәүарихтарының, шулай уҡ билдәле башҡорт суфый шағиры Мөхәммәтали Соҡоройҙоң (18261889) һәм уның улы, башҡорт мәғрифәтсеһе, публицист һәм тарихнамәсе Ғарифулла Кейековтың (18611918)  әҫәрҙәре нигеҙенә ятҡан. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһенең ҙур бер тармағы булған ирәктеләр сығышы менән Уйшын Майҡы бейгә лә бәйләнгән. Ирәкте башҡорттарының вариҫтары быуаттан быуатҡа төрлө хандарға – Алтын Урҙаныҡыларға, Шибандыҡыларға (үзбәк хандары), Себер, Ҡазан хандарына хеҙмәт итә.  Сығышының «затлылығын» аңлағанға, күп быуатлыҡ хәрби традициялары булғанға, тархан титулдары, аҫаба башҡорттар статусы алғанға улар ырыу тарихын теркәп бара», – тигән тарихсы Салауат Хәмиҙуллин.  

Тәүәккәлеге, ҡыйыулығы, сәйәси үткерлеге менән Әсән бей Көнбайыш Башҡортостандағы башҡорт бейҙәре араһында иң абруйлыһы була. Улар уны етәксе һәм хан итеп иҫәпләй.  Шулай итеп, уны Әсән бей хан тип йөрөтә башлайҙар  һәм ул тарихҡа Әсән хан булып инеп ҡала.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: