Өфө заводында етештерелгән троллейбустар аккумуляторҙа оҙаҡ йөрөү мөмкинлегенә эйә. Улар троллейбус менән электробус гибриды булып тора. Саф электробустан айырмалы, был троллейбус юл ыңғайында контакт селтәре аҫтында тороп зарядлана ала, шуға уның өсөн махсус заряд станциялары төҙөүҙең кәрәге юҡ.
Автономиялылығы троллейбусҡа тығындарҙы урап үтеү, токһыҙ урындарға бәйһеҙ булыу, шулай уҡ контакт селтәре булмаған урындарға ла барып етеү, күберәк пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирә.
Сығанаҡ: Башинформ.