-33 °С
Ясна
16 ноябрҙә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен Төркиәгә бизнес сәфәренә алып бара. 18-е кире ҡайтасаҡтар.
Дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте Төркиә менән тауар әйләнешен арттырырға, сауҙаны әүҙемләштерергә, беҙҙең предприятиеларға Төркиә баҙарында тауарҙарын танытырға ярҙамлашырға йыйына.
Сығанаҡ: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.