Был хаҡта баш ҡала хакимиәтендә белдергәндәр. «Санкт-Петербургтағы дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы проект документацияһы буйынса ыңғай һығымта бирҙе, ул Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы менән дә яраштырылды. Әле смета хаҡы асыҡлана», — тигәндәр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Йүнәтеү эштәре һәйкәлдең нигеҙенә, ул ҡуйылған ҡалҡыулыҡтың битләүҙәренә, күҙәтеү майҙансыҡтарына һәм кәртәләүгә ҡағыласаҡ. Проектҡа ярашлы, скульптураның үҙен һорғолт ҡара төҫкә буярға йыйыналар (RAL стандарты буйынса №7015). Һәйкәлдең архитектура йөҙө үҙгәрмәйәсәк.
1967 йылда ҡуйылған һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Экспертиза һығымтаһында монументтың деформацияланыуының дауам итеүе һәм уның тотороҡлолоғон юғалта барыуы билдәләнгән. Айырыуса ат һынының алғы аяғы ҡаҡшаған һәм алмаштырыу талап итә.
Сығанаҡ: Башинформ.