+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2021, 19:31

САМОЛЕТ ҺӘЛӘКӘТЕНДӘ БАШҠОРТОСТАН ПАРАШЮТСЫЛАРЫ ЛА БУЛҒАН

Татарстанда парашютсылар тейәлгән самолет ҡолап, 16 кеше һәләк булған. L-410 самолеты бортында Башҡортостандан да дүрт парашютсы булған. Икеһе иҫән, икеһе мәрхүм.

САМОЛЕТ ҺӘЛӘКӘТЕНДӘ БАШҠОРТОСТАН ПАРАШЮТСЫЛАРЫ ЛА БУЛҒАН
САМОЛЕТ ҺӘЛӘКӘТЕНДӘ БАШҠОРТОСТАН ПАРАШЮТСЫЛАРЫ ЛА БУЛҒАН

Бортта Башҡортостан Конгресс-бюроһының элекке етәксеһе, Петербургтан Павел Музыченко ла булған. Парашют спорты менән шөғөлләнеүсе Павел Башҡортостанды ныҡ яратҡан. Фейсбуктағы аккаунтында Башҡортостан тураһында бик күп постар яҙған. Һуңғы ваҡытта ул «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Мәскәү төбәк бүлексәһендә комитет рәйесе булып эшләгән. Башҡортостанда үткәрелгән күп сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы исеменән һәм үҙенең исеменән һәләк булғандарҙың яҡындарының, ғаиләләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.  

Сығанаҡ: Башинформ. 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: