Балалар баҡсаһын «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөгәндәр. Дөйөм майҙаны – 4 меңдән ашыу квадрат метр.
Миловка ауылында әле 100 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был һан даими үҫә. Шуға унда социаль объекттар ҙа йылдан-йыл күберәк кәрәк. «Яңы учреждение Миловкала балалар баҡсаһына сиратты бөтөрәсәк», – ти Өфө районы башлығы Вилорий Угаров.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.