+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2021, 10:46

ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ПРЕМИЯҺЫНА КЕМДӘР ЛАЙЫҠ БУЛҒАН?

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһының быйылғы лауреаттары асыҡланған. Бына улар:

ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ПРЕМИЯҺЫНА КЕМДӘР ЛАЙЫҠ БУЛҒАН?
ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ПРЕМИЯҺЫНА КЕМДӘР ЛАЙЫҠ БУЛҒАН?

Даян Мәжитов, «Бәрәкәт» журналының ойоштороусыһы, әхлаҡлылыҡ тәрбиәләү, ғаиләне нығытыу, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, хәйриәлекте үҫтереү темаларына арналған мәҡәләләре өсөн;

Татьяна Никитина, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы мөхәррире, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «преград.net» программалар циклы, «ЭТНОкраса» телепроекты, «Тау-тау Яңылыҡ» телепроекты өсөн;

Кәримә Усманова, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, Урал аръяғының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошон яҡтыртҡан репортаждары, аналитик мәҡәләләре өсөн.

Ҡотло булһын оло наградағыҙ, уңышлы ижад һеҙгә, хәрмәтле арҡалаштар!

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: