Проект 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға ҡағыла. Башҡортостан 130 ауылды интернетлы итеү хоҡуғын алған. Был – Рәсәйҙә иң ҙур күрһәткес.
Тауыш биреү өсөн “Гослуслуги” порталында теркәлгән булыу кәрәк. Порталға инеп, үҙегеҙ теләгән ауылды яҙаһығыҙ.
Бындай мөмкинлек булмаһа, ҡағыҙға яҙып, ҡәҙимге хат итеп ошо адресҡа ебәреп була: 123112, Москва, Пресненская набережная, д. 10, стр. 2. Министерство цифрового развития, связи и массовых коммуникаций РФ.
Хатҡа уны яҙыусының исем-фамилия, атаһының исеме, даими теркәлгән адресы, тауыш бирергә теләгән ауыл атамаһы яҙылырға тейеш.
18 тулған һәр кем тауыш бирә ала.
Иң күп тауыш йыйған 130 ауылға 4G элемтәһе барасаҡ. Тауыш биреү 15 ноябргә тиклем дауам итә.