Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, үткән йәй урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәр ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Республикала бер юлы әллә нисә урында янғындар башланып, махсус хеҙмәттәрҙең ресурстары етмәгәндә үҙ ирке менән тәбиғәт ҡазаһына ташланған кешеләр дәүләт яғынан һәр төрлө дәртләндереүгә һәм яҡлауға лайыҡ, тигән Константин Толкачев.
Ҡануниәткә ярашлы, ирекмәндәр махсус кейем һәм форма, ҡорамал, шәхси һаҡланыу саралары, туҡланыу, ваҡытлы торлаҡ менән тәьмин ителеүгә хоҡуҡлы. Тәғәйен урынға барыу-ҡайтыу, һаулыҡты һәм ғүмерҙе страховкалау, психологик ярҙам һәм һауыҡтырыу саралары бар. Ирекмәндәргә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырыла, улар төрлө конкурстарҙа һәм программаларҙа ҡатнашып, эшмәкәрлегенә дәртләндереү алыу мөмкинлегенә эйә.
Сығанаҡ: Башинформ.