Мәҫәлән, бығаса 96 өлгөнө сәғәт ярым эшкәртһәләр, анализатор ярҙамында – 18 минутта.
Бынан тыш, дауаханаға һөҙөмтәләрҙе билдәләй торған амплификаторҙар ҙа алынған. Был да лабораторияның COVID-19 анализына ҡеүәтен көнөнә 700-гә еткергән.
13-сө дауахана нигеҙендәге лаборатория былтыр үҙәкләштерелә – унда 23 медучреждениеның анализдары эшкәртелә. Йыш ҡына район дауаханаларында тейешле ҡорамалдар юҡ. Пациенттарға, мәҫәлән, гормондарҙы тикшертеүгә биоматериалды Өфөгә килеп тапшырырға тура килә. Лаборатория үҙәкләштерелгәс, йәшәгән урында алынған анализдар Өфөгә ебәреп тикшертелә лә һөҙөмтәһе кире ебәрелә.
Заманса аппараттар тикшеренеү төрҙәрен 450-гә еткереү мөмкинлеген биргән.
Сығанаҡ: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.