-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 19:49

“ҺӘНӘК”ТӘ – ЯҢЫ БАШ МӨХӘРРИР ВАЗИФАҺЫН БАШҠАРЫУСЫ

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, предприятиеның генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров бойороғона ярашлы,  “Һәнәк” журналында баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Рәлиф Кинйәбаев вазифаһын ҡалдырыу менән бәйле, конкурстан һуң яңы баш мөхәррир тәғәйенләнгәнгә тиклем, баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы итеп Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Хәбилова тәғәйенләнде.

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙын әҙәбиәт һөйөүселәр популяр проза әҫәрҙәре авторы Миләүшә Ҡаһарманова авторлығында белә.

Баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусыға киләсәктә уңыштар, ижади табыштар юлдаш булһын!

“ҺӘНӘК”ТӘ – ЯҢЫ БАШ МӨХӘРРИР ВАЗИФАҺЫН БАШҠАРЫУСЫ
“ҺӘНӘК”ТӘ – ЯҢЫ БАШ МӨХӘРРИР ВАЗИФАҺЫН БАШҠАРЫУСЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в