Эшҡыуарҙарҙың йыш ҡына ҡануниәтте боҙоп эшләүе билдәле. Күл тирәһендәге Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдары халҡы, мәҫәлән, «Семеновский рудник» ЯСЙ-һының күл буйында ғына карьер асырға йыйыныуы тураһында ҡат-ҡат хәбәр иткән.
Хәҙер территорияла тәбиғәткә зыян килтерерҙәй эшмәкәрлек, шул иҫәптән файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү, разведкалау, сығарыу, быраулау эштәре, төҙөлөш, сәнәғәт балыҡсылығы, һыу аҫты һунары һ. б. тыйыла.
Хөкүмәт рәйесе тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Сығанаҡ: Башинформ.