-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 19:38

ТЫУҒАН КӨН

Сара еңгә быйыл да тыуған көнөн үткәрә. Шулайҙыр тип аңланыҡ, сөнки фармандар килә башланы. – Бикәс, һинән яҡшы итеп һалма баҫыр кеше юҡ зат-арала, һалмаһын ҡырҡҡасың, ашын да һин йүнәтәһең ине. Так что, бишбармаҡты һинең яуаплылыҡҡа яҙам, -- тине. Шундай итеп әйтте, әйтерһең, миңә көн оҙоно аш бүлмәһендә йүгермәләү өлөшө түгел, ә ресторандың шеф-повары дәрәжәһе тапшырыла. Өндәшмәйем, сөнки был теҙмәлә бер мин генә түгел.

ТЫУҒАН КӨН
ТЫУҒАН КӨН

– Ҡәйнеш, һин еңгәмдең тыуған көнөнә тип һарыҡ һуя торғайның, быйыл да шулайтаңдыр ул?

– Еңгә... ни бит әле... юбилейыңа ине бит...

– Киләһе юбилейға тиклем кем бар ҙа кем юҡ. Әллә киләһе йыл булмаҫмын да әле... Бынау сирле заманда...

– Ярай-ярай, еңгә, һуйырмын, йәшәй генә күр.

Еңгәбеҙ артабан китә:

– Ҡустыҡайым, һин йылҡы тота тороп, ҡымыҙ һауа тороп, мин ҡымыҙҙы һатып алып тормам инде, шуай бит?

– Ней, апай, ике бейә генә һауабыҙ бит, эсеүгә китеп тик тора.

– Йыйығыҙ, бәтәс, берәй ун көн эсмәй торағыҙ инде.

– Ярай, шулайтырбыҙ.

Һеңлеһенә лә эш бар.

– Һылыу, бәлеш-мәлеште бешереп алып килерһең ул, оҫталығыңды беләбеҙ.

– Нисәү кәрәк булыр икән?

– Дүрт бәлеш сейәнән булһын, өс-дүртәүһе алманан, бер икәү кәбеҫтәнән һәм тағы ла шулай уҡ иттән. Тауыҡ итенән бешер инде, былтыр һарыҡ итенән һалғаның ҡатыраҡ булғайны.

– ...

Әлбиттә, күршеләрен дә, дуҫтарын да саҡыра ул:

– Күршекәйем, тоҙло ҡыярыңды тотоп инерең инде...

– Әхирәт, теге тәмле шарапты бер-ике шешә итеп алырың...

– Һеҙ бит ҡайҙа яҡшы торт барын беләһегеҙ...

– Һин тамада булырһың...

– Һин өҫтәл тирәләрен ҡарашырһың...

– Һеҙгә генә ышанам инде...

– Һиңә генә өмөт...

– Һин...

 Тыуған көн гөрләп үтте. Аҙаҡ Сара һәр беребеҙгә шылтыратып мыжыны:

– Шундай арыным. Бынау тыуған көндө үткәрҙем бит. Уға әҙерләнеү еңел эшме? Үткәрмәһәм дә була инде, әлеге һеҙҙе уйлайым, еңгә саҡырманы тип үпкәләмәһендәр, бер ултырып күңел асһындар, тип.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: