-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2021, 16:22

АКТРИСА ГӨЛНАРА ҠАҘАҠБАЕВА ПРИЗ ЯУЛАҒАН

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы  Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «Әмилә» спектаклендәге Әмилә роле өсөн «Хәбәр» халыҡ-ара театр фестиваленең «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына лайыҡ булған.  

АКТРИСА ГӨЛНАРА ҠАҘАҠБАЕВА ПРИЗ ЯУЛАҒАН
АКТРИСА ГӨЛНАРА ҠАҘАҠБАЕВА ПРИЗ ЯУЛАҒАН

«Хәбәр» III халыҡ-ара театр фестивале 11 октябрҙә Коми-Пермяк милли драма театрында асылғайны. 14 октябрҙә уға йомғаҡ яһалды.

Фестивалдә Башҡортостан, Татарстан, Воронеж һәм Пермь театрҙары ҡатнашты. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Николай Крашенинников романы буйынса «Әмилә» пластика спектаклен алып барғайны.

Театр тәнҡитселәре Владимир Спешков, Глеб Ситковский һәм Екатерина Кострикованан торған жюри фестивалдә ҡатнашҡан спектаклдәрҙе баһаланы.

Белешмә

Гөлнара Ҡаҙаҡбаева 2007 йылда  М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр  училищеһын тамамлай һәм шул йылды М. Ғафури исемендәге Башдрамтеатр труппаһына эшкә алына.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в