+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2021, 17:15

ҠАТЫН ҺӘМ УҢЫШ

Ҡатынына насар булған ир уңышлы була алмай, тиҙәр. Был ысынлап шулаймы икән? Ҡатын-ҡыҙҙың ижади фекерләү ҡеүәһе ир-егеттекенә ҡарағанда күпкә көслөрәк. Шул сәбәпле уның уйҙарының, теләгенең үҙенең һәм яҡын кешеһенең яҙмышына тәьҫир итеү көсө лә юғарыраҡтыр.

ҠАТЫН ҺӘМ УҢЫШ
ҠАТЫН ҺӘМ УҢЫШ

Ғаиләлә тормошонан ҡатын ләззәт ала, үҙен бәхетле тоя икән, ул, әлбиттә, бөтә уй-теләге менән ирен “һаҡлай”, уның тураһында яҡшы юҫыҡта уйлап йөрөй, маҡтап һөйләй. Был ыңғай энергия иргә мотлаҡ йоғонто яһай һәм уның эске көсөн аса. Ир кешенең алдында уңыш ишектәре асыла, ул үҙендә ышаныс, ҡөҙрәт тоя. Ҡатындың йәшәйеше менән, үҙенә булған иғтибар һәм ихтирам менән ҡәнәғәтлек тойғоһо ысынлап оло көскә эйә, тип яҙа психологтар. Ҡатыны аша иренә йәки сәскә аттырыр, йәки ҡоротор энергия күсә ала икән. Гүзәл зат нескә сфералар менән тығыҙ бәйләнгән, уның эске эмоциональ торошо донъяның физик төҙөлөшө менән тығыҙ бәйләнгән. Юҡҡамы ни халыҡ күҙәтеүендә лә, ҡатындың ризалығын алмай сыҡһаң, юл уңмай, ҡатындың ҡарғышы төшә, уны рәнйетһәң, язаһы оҙаҡ көттөрмәй, күҙ йәше алыҫ ебәрмәй, тигән һығымталар бар.

Быны белгән аҡыллы ирҙәр ҡатындарының күңел бөтөнлөгөн ҡайғырта, уларҙы ауыр эшкә күммәй, яҡты йөҙ, матур һүҙ менән иркәләй, бүләктәр менән ризалата, ҡәҙерләй белә. Һәм уларҙың эштәре лә уңышлы. Ҡатындары ҡәнәғәт булып, улар хаҡында матур уйҙар ғына уйлап торғас.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: