Эштәр «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә башҡарылды һәм 9,8 миллионға төштө.
Парк биләмәһендә спорт майҙансығы, күп функциялы майҙан, йүгереү юлы йыһазландырылды, яҡтыртҡыстар, бәләкәй архитектура объекттары ҡуйылды, асфальтланыр урындары асфальтланды, тирә-яғы кәртәләнде. Резина түшәлгән хәүефһеҙ майҙансыҡтар балаларҙы имгәнеүҙән һаҡлар.
Паркта, ағастар ултыртылып, «Дуҫлыҡ аллеяһы» һалынды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров паркты ҡарап сыҡты һәм тирә-йүнен төҙөкләндерергә кәрәклеген билдәләне, киләһе йыл парк эргәһендәге урамға яңы тротуарҙар һалынасағы тураһында әйтте. Был эшкә республика 20 миллион һум бүләсәк.
Сығанаҡ: Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.