+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2021, 14:03

ҺӘР ӨЙГӘ КИЛЕРҘӘР, ҺОРАУҘАРЫН БИРЕРҘӘР

Бөгөндән алып йәниҫәп алыусылар йорттар буйлап йөрөй башлай, тип иҫкәртә Башҡортостанстат.

ҺӘР ӨЙГӘ КИЛЕРҘӘР, ҺОРАУҘАРЫН БИРЕРҘӘР
ҺӘР ӨЙГӘ КИЛЕРҘӘР, ҺОРАУҘАРЫН БИРЕРҘӘР

15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барасаҡ иҫәп алыу кампанияһында Башҡортостанда 7431 иҫәп алыусы эшләйәсәк. Уларға 1,9 миллион фатир һәм өйҙө йөрөп сығырға кәрәк буласаҡ. Йәниҫәпселәрҙең ишегегеҙҙе иртәнге 8-ҙән алып киске 10-ға тиклем аралыҡта ҡағыуҙары ихтимал.

Иҫәп алыусыларҙың өҫтөндә мотлаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу логотибы һәм яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтар төшөрөлгән жилет, махсус символикалы зәңгәр шарф, ҡулында “Росстат” тигән яҙыулы портфель булырға тейеш.

Танытмаһын паспорт менән бергә күрһәтә. Шәхесен яҡындағы иҫәп алыу участкаһына шылтыратып тикшерергә лә була. Участкаларҙың алрес-телефондарын Башҡортостанстат сайтында табырға мөмкин.

Һорауҙарға яуаптарҙы иҫәп алыусы махсус программа ҡуйылған планшетҡа теркәй.

Иҫәп алыусы һеҙҙән паспорт та, башҡа бер берәй документ та һорарға тейеш түгел.

Сығанаҡ: Башинформ. 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: