+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 17:13

ИҒТИБАР: БӘЙГЕЛӘР!

Хөрмәтле дуҫтар! “Һәнәк” түбәндәге бәйгеләрҙе иғлан итә:

ИҒТИБАР:  БӘЙГЕЛӘР!
ИҒТИБАР: БӘЙГЕЛӘР!

– Яңы йыл мажараларына арналған мәҙәктәр. Үҙегеҙҙең йәки дуҫтарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ҙур булмаған күңелле ваҡиғаларын яҙып ебәрегеҙ (төркөмгә, электрон адресҡа);

 

­– ауыл мәҙәктәре, лаҡаптар, мәрәкәләр;

 

– юмореска, сатира, тәнҡит мәҡәләләре;

 

– ҡыҫҡа метражлы юморлы видеояҙма, йәғни тик-ток (башҡорт телендә);

 

– йорт хайуандары тураһында ҡыҫҡа видео-юмор. Башҡортса комментарийҙар менән булһа, яҡшыраҡ.

 

Еңеүселәр лайктарға ҡарап билдәләнә.

 

Яңы йыл мажаралары бәйгеһенә йомғаҡ декабрь аҙағында яһала. Видео-яҙмаларға, ауыл мәҙәктәренә, юморескаларға – ноябрь аҙағында. Һәм конкурстар һәр ай һайын яңынан башланып, йомғаҡтары шул ай аҙағында яһалып торасаҡ.

 

Уҡып, ҡарап, көлөшәйек, лайктар йыяйыҡ һәм, еңеп, бүләкле лә булайыҡ!

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: