Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың аналыҡ, һөт биҙҙәре кеүек ҡатын-ҡыҙ ағзалары ауырыуҙарына дусар булыуы ла уларҙың йөлөлөктө аҙ кисереүендә. Ағзалар үҙ функцияларын аҙ үтәй йәки бөтөнләй үтәй алмай ҡартая һәм ауырыуға әүререлә икән. Уйлап ҡараһаң, заманында 8-10-ар бала тапҡан апайҙар ниңә ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын белмәгән, сөнки уларҙың организмы йыш ҡына үҙ тәғәйенләнеше менән мәшғүл булған һәм ҡандары ике-өс йыл һайын алмашынып торған. Күп балалы ҡатындар ғүмерҙәрендә яҡынса 40-50 күрем күрһә, ике балалы ҡатын быны 450-500 тапҡыр кисерә һәм был уға насар йоғонто яһай икән. Тәбиғи рәүештә етлеккән ҡатындың репродуктив системаһы 6-9 балаға иҫәпләнгән. Балалар араһындағы айырма иһә – ике-дүрт йәшкә. Был арауыҡта организм үҙенә кәрәкле витаминдарҙы ла туплап һәм ял итеп тә өлгөрә тиелгән. Йәғни, тәбиғәт үҙе белә.
Күп балалы әсә стрестарға ла бирешеп бармай, төшөнкөлөккә бирелмәй, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да сыныҡҡан була. Ул энергиялы, хәрәкәтсән, балалар аураһында оҙайлы булғанға эске донъяһында ла негативҡа урын аҙ, ыңғай, матур тойғоларҙы күберәк кисерә. Бөтөн был ыңғай күренештәр һәм кисерештәр күп балалы әсәгә оҙағыраҡ йәш һәм һөйкөмлө булып ҡалыуға булышлыҡ итә.