«Бында күп нәмә йәштәр хәрәкәттәре лидерҙарына – йәштәрҙең сәйәси берекмәләре етәкселәренә, Йәштәр хөкүмәте ағзаларына, ирекмәндәр хәрәкәттәре лидерҙарына, төҙөлөш отрядтары ағзаларына, КВН-сыларға, блогерҙарға, күп төрлө субмәҙәниәттәргә бәйләнгән. Беҙҙең йәштәр сағыу, ижади, көслө. Ижад итегеҙ, дыуамал булығыҙ, бер ярҙам итербеҙ, терәк булырбыҙ», — тип яҙған Радий Хәбиров.