Уларға был күңелле һәм фәһемле сәфәрҙә йөрөп ҡайтыу мөмкинлеген «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә эшләгән «Пушкин картаһы» бирҙе.
Мәскәү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыларының һәр береһе үҙенең шәхси «Пушкин картаһын» ҡулланды.
Мәктәп директоры Илнур Саҙрисламов һөйләүенсә, балалар класс етәкселәре менән бергә тәүҙә маршрут төҙөгәндәр. Өфөлә уҡыусылар үҙҙәре күрергә теләгән БР Милли музейына, шунан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына, Салауат Юлаев һәйкәленә барғандар. Проект ярҙамында уҡыусылар республиканың тарихы, мәҙәни ҡомартҡылары менән яҡындан таныша алған. Сәфәрҙән бик ҡәнәғәт ҡалғандар.
Сығанаҡ: Дүртөйлө район хакимиәте.