– Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклемге көндәрҙе ял тип иғлан итеү башланғысын хупланы, – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостандағы хәл буйынса фекер алышырға тәҡдим итте.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, төбәктә коронавирус буйынса хәл ауыр, әммә тотороҡло. Вакциналау тиҙлеге йылдам үҫә, уның буйынса илдә тәүге биш субъект иҫәбенә инәбеҙ.
Оперштаб, федераль кимәлдә ял тип иғлан ителгән мөҙҙәттән тыш, өҫтәмә ялдар индермәҫкә ҡарар итте.
21 октябрҙән 65 йәштән өлкән кешеләргә адреслы ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтеү маҡсатында социаль хеҙмәткәрҙәр өйҙәр, фатирҙар буйлап йөрөй башларға тейеш. Улар өлкән ҡарттарҙың һаулыҡ хәлен һәм өҫтәмә ярҙамға мохтажлығын ҡараясаҡ.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.