+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 10:33

БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕН ҒӘСКӘРОВСЫЛАР АСТЫ

Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте көндәре бара. Сара кисә башланды, 23 октябргә тиклем дауам итә.

БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕН ҒӘСКӘРОВСЫЛАР АСТЫ
БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕН ҒӘСКӘРОВСЫЛАР АСТЫ

Кисә Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” тигән программа менән Башҡортостан көндәрен асты.

Яҡташтары килеүгә бигерәк тә Питерҙа йәшәгән башҡорттар шатланды. Улар бында күп. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова әйтеүенсә, легендар бейеүҙәр һәм артистарҙың юғары профессионализмы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Әйткәндәй, ғәскәровсылар әле Росконцерттың “Беҙ – Рәсәй” тигән программаһы сиктәрендә ил буйлап гастролдә йөрөй. Улар Тверҙә, Бөйөк Новгородта, Санк-Петербургта сығыш яһаны, алда – Тихвин, Великие Луки, Мәскәү, Владимир ҡалалары.

Сығанаҡ: Башинформ

БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕН ҒӘСКӘРОВСЫЛАР АСТЫ
БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕН ҒӘСКӘРОВСЫЛАР АСТЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: