+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 10:53

ЫРЫУЫҢ КЕМ?

“Ашҡаҙар” радиоһы “Ырыуың кем?” тигән цикл эшләгән. Ул 49 роликтан тора. Башҡорт халҡының генофондын нәҡ ошо ырыуҙар тәшкил итә, тигән фекерҙә тарихсылар.

ЫРЫУЫҢ КЕМ?
ЫРЫУЫҢ КЕМ?

“Ашҡаҙар” радиоаһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова әйтеүенсә, өс-дүртәр минутлыҡ был роликтарҙы әҙерләү өсөн “Ашҡаҙар” һәм “Юлдаш” радиолары хеҙмәткәрҙәренән торған ижади төркөмгә күп һанлы тарих китаптарын ҡарап сығырға тура килгән. Башлыса тарих фәндәре докторы Рим Янғужин, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре ҡулланылған.

Роликтарҙы көн һайын “Ашҡаҙар”ҙа 08.45, 16.45, 14.15, 23.15 сәғәттәрҙә тыңларға мөмкин.

Сығанаҡ: Башинформ. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: