+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 12:14

ЗНАМЕНКА АПАЙҘАРЫ РӘХМӘТ ӘЙТӘ

Бәләбәй районы Знаменка ауыл китапханаһында өлкән йәштәгеләр өсөн комьютер өйрәнеү көнө үтте.

ЗНАМЕНКА АПАЙҘАРЫ РӘХМӘТ ӘЙТӘ
ЗНАМЕНКА АПАЙҘАРЫ РӘХМӘТ ӘЙТӘ

Сара өлкән кешеләргә яңы технологиялар өйрәнергә ярҙам итә, шулай уҡ китапхананың заманса мәғлүмәти һәм мәҙәни учреждение статусын да раҫлай. Уҡытыу «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса алынған ҡорамалда үтте. Ҡатнашыусылар компьютер, принтер менән эш итергә, текстар яҙырға һәм төҙәтергә,  Интернет селтәренең нисек эшләүе менән танышырға өлгөрҙө. 

Анна Шафиҡова, дәрескә килгәндәр исеменән рәхмәт белдереп, былай тине: «Китапханалағы компьютер ҡорамалы ярҙамында мин Интернетҡа инергә, документтарымды баҫтырып алырға мөмкинлек алдым. Быға тиклем компьютерҙы тоҡандыра ла белмәй инем. Дәресте мауыҡтырғыс һәм аңлайышлы итеп үткәргән китапханасыларға ҙур рәхмәт. Беҙгә был компьютерҙа өйрәнеү генә түгел, буш ваҡытыбыҙҙы файҙалы итеп үткәреү форсаты ла». 

Сығанаҡ: Бәләбәй район хакимиәте.

ЗНАМЕНКА АПАЙҘАРЫ РӘХМӘТ ӘЙТӘ
ЗНАМЕНКА АПАЙҘАРЫ РӘХМӘТ ӘЙТӘ
Автор:Р. ХӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас: