«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә хасил булған аллея ғафуриҙарҙың яратҡан урынына әүерелеп тә бара.
Бында элек буш ер ятҡан. Ә хәҙер ял үҙәге эргәһендә ҡурай сәскәһе рәүешендә һалынған был аллеяла яҡтыртҡыслы фонтан бар, тротуарҙар түшәлгән, ағастар ултыртылған, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, сүп һауыттары – һәммәһе йәмле итеп эшләнгән. «Мин Красноусолды яратам» тигән арт-объект селфи өсөн бик ҡулай.
Ошо тирәлә балалар һәм спорт майҙансыҡтары ла бар. Шулай итеп, бында хәҙер халыҡ эркелеп килә, рәхәтләнеп ял итә.
Сығанаҡ: Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.