-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 20:49

ҒӘЛИӘСКӘР КАМАЛ ИСЕМЕНДӘГЕ ТАТАР ДӘҮЛӘТ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛЕ КИСЕКТЕРЕЛӘ

Рәсәй Хөкүмәтенең оҙайлы ял көндәрендә ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың эш тәртибенә ҡағылышлы ҡарары менән Хөкүмәттең рәсми сайтында танышырға була.  

ҒӘЛИӘСКӘР КАМАЛ ИСЕМЕНДӘГЕ ТАТАР ДӘҮЛӘТ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛЕ КИСЕКТЕРЕЛӘ
ҒӘЛИӘСКӘР КАМАЛ ИСЕМЕНДӘГЕ ТАТАР ДӘҮЛӘТ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛЕ КИСЕКТЕРЕЛӘ

Документ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклемге көндәрҙе ял көнө итеү тураһындағы указын үтәү йөҙөнән төҙөлгән, Хөкүмәттә 22 октябрҙә үткән ултырышта ҡабул ителгән һәм бөгөн рәсми сайтта баҫылған.  

Ҡарарҙың 1-се пункты медицина учреждениеларына һәм пациенттарҙың уларға инеү тәртибенә ҡағыла.

2-се пункты – театрҙар һәм музейҙарҙан башҡа бөтә федераль мәҙәниәт учреждениеларының эше әйтелгән мөҙҙәткә туҡтатылып тороуы тураһында.

3-сө пункт тамашасыларҙы театрҙар һәм музейҙарға индереү тәртибен һүрәтләй. Тамашасы вакцина эшләтеүҙе раҫлаған документ йә бер тәүлек элек эшләнгән ПЦР-тест менән вакцина эшләтергә ярамауы тураһында белешмәлек килтерергә тейеш. Тейешле документы булмаған кешеләргә билет хаҡы ҡайтарыла.

18 йәшкә тиклемгеләр маска йә респиратор менән генә индерелә.

Театр, музей залдары ял  көндәрендә 50 процентҡа ғына тултырыла ала, ә ялдар үткәс – 70 процентҡа.

“Башинформ” агентлығы белдереүенсә, эпидемиологик хәлгә бәйле, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрының Өфөләге гастроле кисектерелә. Ул 9 – 16 ноябрҙә Башҡорт һәм Татар дәүләт театрҙары сәхнәләрендә үтергә тейеш ине. Хәҙер гастролдәр 2022 йылға күсерелә. Билеттар ғәмәлдә була.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: