+5 °С
Болотло
Конкурсты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторҙо.
Конкурста Ҡариҙелдең 2-се урта мәктәбе 2а класы уҡыусылары «Йәшерәм яулығымды» тигән уйын менән ҡатнашты. Балаларҙы башланғыс кластар һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Рәфиҙә Атнасурина әҙерләне. Рәфиҙә Ғәнил ҡыҙы китапхананың башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен юғары баһаланы һәм артабан да хеҙмәттәшлек итеүгә ышаныс белдерҙе.
Сығанаҡ: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.