+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2021, 10:46

“ИКЕ АҠҠОШ” ҺӘЛӘТЛЕЛӘРҘЕ САҠЫРА

Йыр-моң оҫталары үҙ көсөн мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева менән музыкант һәм композитор Бәхти Ғайсин ижадына арналған “Ике аҡҡош” конкурсында ҡатнаша ала.

“ИКЕ АҠҠОШ” ҺӘЛӘТЛЕЛӘРҘЕ САҠЫРА
“ИКЕ АҠҠОШ” ҺӘЛӘТЛЕЛӘРҘЕ САҠЫРА

Конкурс “Вокаль башҡарыу” һәм “Инструменталь башҡарыу” тигән ике номинацияла үтә.

“Вокаль башҡарыу” номинацияһында 14 йәштән башлап йәш башҡарыусылар, һәүәҫкәрҙәр, уҡыусылар һәм студенттар, ижади коллективтар ҡатнаша ала.

Ҡатнашырға теләге булғандар  [email protected] почтаһына сығыштарҙың видеояҙмаһын ебәрергә  тейеш.  

“Инструменталь башҡарыу” номинацияһында 5 йәштән башлап баян, гармун, тальян гармун һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнаусылар, шулай уҡ музыкаль коллективтар ҡатнаша ала. Сығыштарҙың яҙмаларын [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Ике номинацияға ла видеояҙмалар 25 октябрҙән башлап 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Улар “ВКонтакте” социаль селтәрендә конкурстың рәсми аккаунтына ҡуйыласаҡ.  Йомғаҡ онлайн форматта 10 декабрҙән һуң яһала.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: