Шулай уҡ субъект башлыҡтарына һәм предприятие етәкселәренә вакцина яһатырға барыусыларға эш хаҡы түләп ике көн ял бирергә, 60 йәштән үткән һәм хроник ауырыулы хеҙмәткәрҙәрҙе дистанциялы эшкә күсерергә тәҡдим иткән. Вакцина ҡаҙатмаған 60-тан үткән кешеләргә үҙайырымланыуға күсергә тәҡдим ителә.
Вакцина ҡаҙатыу йә коронавирус менән ауырыу үткәреү тураһында документтар буйынса ғына индерелә торған ойошмалар, учреждениелар исемлеген субъект башлыҡтары үҙҙәре билдәләй, тиелә документта.