+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 00:07

БЕҘ ДИЕТАЛА!

Ирем менән икәүләп диетаға ултырырға булдыҡ. Икебеҙ ҙә йомроланып киткәнбеҙ, былай барһа, тиҙҙән 60-сы үлсәмгә лә етербеҙ. Айырым-айырым ғына фигураны һаҡлап булмай, уны икәүләп һаҡларға кәрәк, тинек тә башланыҡ.

БЕҘ ДИЕТАЛА!
БЕҘ ДИЕТАЛА!

Иң беренсе тыйыуыбыҙ – киске 6-нан һуң ашамаҫҡа. Күберәк йәшелсәгә, еңел аҙыҡтарға  күсербеҙ тип һөйләштек.

Һөйләшеүен-һөйләштек тә ул... Тик ас торорға өйрәнеү бигерәк яман, ә төнөн түҙгеһеҙ ауыр икән дә ул. Шулай түҙеп яттым-яттым да шым ғына тороп, аяҡ осона ғына баҫып, кухняға сыҡтым. Утты яндырмай ғына һыуытҡысты асып, бер түгел, ике кәтлит алдым. Нәкәнис! Икмәккә ҡушыптырып ашайым хәҙер, ашҡаҙанға төйөн булып ятһын әле. Ипләп кенә өҫтәл янына барып ултырҙым.

Шул саҡ кескәй аяҡтары менән тап-топ баҫып, улым килгәне ишетелде. Һыу эсәм тиҙер инде. Бәләкәй ултырғысына баҫып, кухня утын яндырып ебәрҙе.

Аһ!!!

Өҫтәлдең теге осонда ирем ултыра! Алдында өс кәтлит!

Автор:Ә. НУХОВА.
Читайте нас: