Осрашыуға килгән психолог Ирина Решетникова нейрографика ярҙамында үҙ-үҙең менән һөйләшергә, үҙеңде аңларға, күңелеңә аһәңлелек ҡайтарырға, уй-фекерҙәреңде тәртипкә һалырға өйрәткән.
Ысул ҡағыҙға ҡул үҙенән-үҙе сыймаҡлап төшөргән рәсемдәрҙе тикшерә. Улар аңһыҙ рәүештә төшөрөлһә лә, эске торошоңдо сағылдыра икән. Йәғни нейрографика ысулы рәсем төшөрөү аша төпкө аң менән эш итеүҙән тора, тик ундай рәсемде аңлы рәүештә төшөрөргә өйрәтә. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға психолог тәҡдим иткән күнекмә оҡшаған. Шулай ҙа уны белгес күҙәтеүе аҫтында үтәү яҡшыраҡ, тигән улар.
Бындай саралар “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола һәм ҡатнашыусылар Роспотребнадзор талаптарын үтәй.
Сығанаҡ: Октябрьский ҡала хакимиәте.