-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 18:00

АУЫР МӘЛДӘ ЯРҘАМ ИТЕРҘӘР

Октябрь уртаһында Республика халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге ҡарамағындағы Координация үҙәге ҡабаттан эшләй башланы. Унда йышыраҡ 65 йәштән өлкәнерәктәр һәм хроник ауырыулылар ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Кемеһенә магазиндан аҙыҡ-түлек алып килергә, кемеһенә дарыу килтерергә кәрәк, көсөң-хәлең булмаһа, сүп түгергә лә ярҙам һорайһың.

АУЫР МӘЛДӘ ЯРҘАМ ИТЕРҘӘР
АУЫР МӘЛДӘ ЯРҘАМ ИТЕРҘӘР

Ошо көндәргә «ҡыҙыу бәйләнешкә»  Шакшала йәшәгән Степан тигән кеше шылтыратҡан. Ҡатыны менән икәүләп ауырып яталар, магазинға сыға алмайҙар, ризыҡтары бөткән, дарыуға ла бара алмайҙар икән. Координация үҙәге эшләй башлағанын күршеләре әйткән.

Үҙәктән килеүселәр 1938 йылғы Степан Ивановичтың  3-сө төркөм инвалид, хеҙмәт ветераны, «Һуғыш балалары» категорияһында икәнен асыҡлаған. 1946 йылғы ҡатыны ла 3-сө төркөм инвалид. Ауырыуҙан ныҡ хәлһеҙләнгәндәр, һуңынаныраҡ Степан Ивановичтың ҡатыны коронавирус менән 13-сө ҡала дауаханаһына оҙатылған.  

Социаль хеҙмәткәрҙәр иргә аҙыҡ-түлек килтергән. Өй йыйыштырырға ла тура килгән. Координация үҙәгенә мөрәжәғәт итмәһәләр, хужабикәне, бәлки, дауаханаға ебәреүсе лә булмаҫ ине.

Республика халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге  директоры Ольга Котельникова әйтеүенсә, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәр менән яфаланған кешеләр  үҙәктең „ҡыҙыу бәйләнеш“ телефонына шылтыратып ярҙам һораһын. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә эш ваҡытында 8 800-775-00-14 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин субъекттар етәкселәренә коронавирус менән көрәш саралары ҡабул итергә ҡушҡайны. Атап әйткәндә, коронавирустан вакцина ҡаҙатмаған һәм 60 йәштән өлкән кешеләргә үҙайырымланыуға, 60 йәштән өлкән һәм хроник ауырыуҙары булған хеҙмәткәрҙәргә өйҙән тороп эшләүгә күсергә тәҡдим ителгәйне.

Сығанаҡ: Башинформ.

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: