«Бер хеҙмәткәргә уртаса 11,5 мең гектар урман тура килә. Бөрйән һәм Белорет райондарында инспекторҙарға юлһыҙлыҡ шарттарында 50-шәр мең гектар урманды күҙәтергә тура килә», — тигән министр.
2021 йылда урмансылар ишһеҙ күбәләк һәм урман янғындары менән көрәште. Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, республика урмандарында апрелдән бирле 15900 гектарҙы биләгән 460 урман янғыны булған. Янғындарҙан 30 миллион һумдан ашыулыҡ зыян күрелгән. 140 гектарҙа яңы сәселеп, саҡ үҫеп килгән йәш урмандар зыян күргән. Улар урынына яңы үҫентеләр ултыртырға тура киләсәк. Был эштәрҙең байтағы “Экология” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Урман янғындарының сәбәптәренә йомғаҡ яһалған. Уларҙың 45 проценты тәбиғи сәбәптәрҙән (йәшен, ҡоро йәшен) булған, быны спутниктан алынған мәғлүмәттәр раҫлай. 42 процентына кеше ғәйепле – тәмәке төпсөгө, һүндерелмәгән усаҡ. Ҡалған янғындар ауыл хужалығы ерҙәренән таралған: әйтәйек, уңышты йыйып алалар ҙа ҡамылға ут төртәләр, ут урманға барып етә.
Ә урманды яндырып, законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы йәшереп буламы? Министр аңлатыуынса, законһыҙ ҡырҡыуҙы ут менән генә йәшереп булмай, бының өсөн ҡырҡылған һәр ағас төпсөгөн яндырырға тура килер ине. Әммә хоҡуҡ нормаларын боҙоусылар ағасты урлап һатып ҙур зыян килтерә, быйыл 28 мең кубометр ағас уғрылар ҡулынан юҡ ителгән.
Фотолар Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.