+21 °С
Ясна
Кисә республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙағы ер бүлемен ҡараған, Өфө алыҫ булғанға Урал аръяғы халҡы өсөн Сибайҙа госпиталь төҙөләсәге хаҡында белдергән. Яңы учреждение ла иң заманса техника менән ҡоралландырыласаҡ, шулай уҡ ҡурай сәскәһе рәүешендә төҙөләсәк. Эргәһендә ятағы ла буласаҡ. Госпиталдең үҙендә медицина газдары станцияһы асыласаҡ.
Андрей Назаров госпиталде кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралыуын, Сибай медколледжында студенттар һанын арттырыу, колледжды яңыртып йыһазландырыу планлаштырылыуын әйткән.
Сығанаҡ: Башинформ.