Йәй көнө республикала яҙыусының 90 йәшлек юбилейы гөрләп үткәйне. Гөлшат ханым да ихласлап, ҡыуанып-шатланып, атаһының юбилей сараһы мәшәҡәттәрен хәл итеп, йүгереп йөрөй ине. Тик заман зәхмәте булған йоғошло вирус уны ла аямаған.
Бар йөрәктән Ноғман ағай Мусиндың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Гөлшат ханымдың йәне йәннәттә булһын.