+21 °С
Болотло
"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса фатирлы булған был балаларҙы район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы, өйҙәренә бәрәкәт, үҙҙәренә уңыштар, бәхеттәр теләне.
Быйыл Нуриман районында етемдәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған 8 фатир һатып алынған. Улар бөтәһе 9 миллион һумға төшкән. Йыл аҙағына тиклем 1,2 миллион һумға тағы бер фатир алынасаҡ. Әлеге көндә районда 14 йәштән өлкән 90 бала торлаҡҡа сиратта тора.
Сығанаҡ: Нуриман район хакимиәте.