-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2021, 18:39

ИКЕ БАЙРАМ АРАҺЫ...

Кисә, 29 октябрь, комсомолдың тыуған көнө ине. Иртәгә, 31-ендә – көнбайыштан индерелеп, йәш быуын араһында модаға ингән Хэллоуин. Хэллуин тиһәләр, шәмле ҡабаҡ күҙ алдына килә. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ҡабаҡ эсенә шәм ҡуйып, өй йә мунса тәҙрәһен шаҡып, шул ҡабаҡты күрһәтеп йөрөгән шуҡтар иҫкә төшә. Хэллоуиндың ни икәнен белмәһәләр ҙә, кешене нисек ҡурҡытырға белгәндәр ул. Үҙҙәре комсомол да булғандыр әле. Мәскәүҙә йәшәгән яҙыусы Илья Криштулдың ошо ике байрам хаҡындағы уйланыуҙары һәм күҙәтеүҙәре комсомолда тәрбиәләнгән күптәрҙең уйҙарына ауаздаштыр. МӨХӘББӘТ, КОМСОМОЛ ҺӘМ ЯҘ ҠАЙҘА? – Һин комсомолдың нимә икәнен беләһеңме? – тип һораным өлкән улымдан. – Шуны ла белмәҫкә... “Комсомолдар, беҙ иреклеләр, ҡырыҫ осор балалары...”

ИКЕ БАЙРАМ АРАҺЫ...
ИКЕ БАЙРАМ АРАҺЫ...

– Ә осор ни өсөн ҡырыҫ булған? – тип һорайым.

– Ни өсөн нисек? БАМ, Кобзон, ГУЛАГ, торғонлоҡ, Олимпиада, Ленин, тимер шаршау, Лещенко менән Винокур.

Һәйбәт йыйылма, тип уйлайым, илебеҙҙең бөйөк тарихы туғыҙ һүҙҙә, тик Сталин менән Пугачева ғына етмәй. Ярай, ул 90-сы йылдарҙа тарҡалыу осоронда уҡыны, барыһы ла осон осҡа ялғап йәшәне, уҡытыусылар баҙарҙа һатыу итте, дипломдар ер аҫты үткәүелдәрендә һатылды, тәрбиә, белем ҡайғыһы булманы. Ярай әле, һөйләшә белә. Уртансы ҡыҙым янына барҙым, ул именерәк осорҙа уҡыны, әле икенсе юғары белем ала. Дөрөҫ, тәүгеһе һымаҡ, түләүле, йыш ҡына кеҫәгә һуға.

– Машенька, – тим, – һин комсомолдың нимә икәнен беләһеңме?

– Әлбиттә! – тип яуаплай. – Беҙҙә унан бер ҡыҙ уҡый. Амурҙағы Комсомол. Ул ҡайҙалыр бик йыраҡта. Һигеҙ сәғәт осорға кәрәк. Әмирлектәр аръяғында, тимәк.

Ауыр һуланым. Ни эшләйһең, ул мәғариф реформаһына эләкте, БДИ индерҙеләр, педагогтар аптырап ҡалды, башҡаса эшләй башланы, нимә уҡытырға икәнен береһе лә аңламаны, ә түләүле институттар бизнес ул, белем бирмәй...

Кесе ҡыҙымда өмөт бар әле, ун өс йәш. Һәйбәт мәктәп, уҡытмайҙар, ә килешеүҙә яҙылғанса, клиенттарға тейешле күләмдә мәғариф хеҙмәте күрһәтәләр. Уның ҡарауы, уҡытыусылар һөйкөмлө, уҡыусыларҙы театрҙарға йөрөтәләр, төрлө экскурсияларға...

– Ксюшенька, һин комсомолдың нимә икәнен беләһеңме?

Шунда яныбыҙға өлкән улым килде.

– Мин гуглланым, – ти. – 1977 йылда СССР-ҙың 14 йәштән алып 28 йәшкә тиклемге бөтә халҡы комсомолда торған! 36 миллион кеше, барыһы ла иғәнә түләгән! Бер тәңкәнән алғанда ла... Мин хәҙер калькуляторҙа иҫәпләйем... Комсомолды яңынан тергеҙергә кәрәк!

Кесе ҡыҙым шунда уҡ бер күҙе менән смартфонға текәлде.

– Атай, Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы ул. Мин бындағы бер генә һүҙҙе беләм – “йәштәр”. Ә “Бөтә Союзы” нимә ул? Ни өсөн уның тыуған көнө Хэллоуин менән тап килә тип әйтерлек?

Саҡ иламаным... Ныҡ көйәләндем, әлбиттә. Комсомолдың йөҙ йыллыҡ юбилейы, ул 74 йыл тәрбиәләне һәм көрәште, тормошҡа ашырҙы һәм планлаштырҙы, һаҡланы һәм йәлеп итте, әҙерләне һәм маҡсатына өлгәште, өйрәтте һәм тупланы – һәм нимә? Әгәр гугллаһаң, ойошма йәш быуын хәтерендә Хэллоуиндан ике көн алдан тыуған тарихи бер ойошма булып тороп ҡаласаҡмы? Ә унан күпме данлыҡлы кешеләр сыҡҡан! Күпме геройҙар! Дөрөҫ, енәйәтселәр менән һатлыҡ йәндәр ҙә комсомолдан сыҡҡан, әммә был хаҡта һөйләп тормайбыҙ. Үлгәндәр хаҡында бер нәмә лә әйтмәйҙәр йәки яҡшыһын ғына һөйләйҙәр. Ә комсомол, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлде. Иғәнәләр түләүгә ҡарамаҫтан... Минән әле лә ете төн уртаһында уятып: “Комсомолдың нисә ордены бар? Ни өсөн бирелгән?” – тип һораһағыҙ, бер секунд та уйламай: “Алты!” – тип яуап бирәм. Граждандар һуғышы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены – беренсе биш йыллыҡ өсөн... Артабан исемлек буйынса. Минең ҡатыным да – ошо наҙан балаларҙың әсәһе лә – мәктәптең элекке комсомол секретары! Беҙҙең ғаиләләге барлыҡ ғауғалар ҙа уның элекке комсомоллығы арҡаһында! Ул мине йә кулак яһай, йә дачала сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерергә мәжбүр итә, йә комсомол путевкаһы буйынса ямғырҙа ла, ҡарҙа ла магазинға оҙата, йә хеҙмәтсәндәрҙең бәхете өсөн көрәшә, мине дуҫтарым янына ебәрмәй... Характеры – Павка Корчагин плюс Паша Ангелина.

Ҡабат балаларым янындамын.

– Илебеҙҙең киләсәге! – тим. – Корчагиндың кем икәнен беләһегеҙме?

Тынлыҡ... Артабан илебеҙҙең киләсәге ҡолаҡсында ултырғанын күрҙем. Ҡолаҡсындарын тартып алып, ҙур булмаған телмәр тоттом, йәнәһе, исемең комсомол икән, уны эштәрең менән нығыт. Аҙаҡтан йырларға тәҡдим иттем. Һуҙҙым: “Беҙҙең поезд, алға ос...” “Тәгәрмәстәр, шыҡылдағыҙ, – тип дауам итте өлкән улым. – Кондуктор, тормозға баҫ...” “Кондуктор ашыҡмай, кондуктор минең яратҡан ҡыҙым менән торғанды аңлай...” – тип ҡушылды уртансы ҡыҙым. Кесеһе тамамлап ҡуйҙы: “...Был бура таяғын Снуп Догтан сәлдерҙем, сәбәбе етди: ишетәһеңме, һин ниңә тупаҫ? Ә? Ә?”

Яңынан күҙҙәремә ҡарттар йәше тулды... Шул кәрәк миңә. Комсомол булмаһа ла, әммә спортсменка, бик һылыу бер чиновник ҡатын бик дөрөҫ әйткәнсә, дәүләт минән балалар тыуҙырыуҙы һораманы. Шулай булғас, бында дәүләттең бер ҡыҫылышы ла юҡ, үҙем ғәйепле, ә дәүләт асылда бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел. Ә бына комсомол булһа, һәйбәт йырҙар йырларҙар ине, мәктәп – уҡытыр, ә хеҙмәттәр күрһәтмәҫ ине... Былай мәктәп бер нәмә лә тейеш түгел, балаларҙы ул тапмаған дабаһа...

Әйткәндәй, улым комсомол идеялары менән рухланды. Ғаиләлә ячейка ойошторҙо, иғәнә йыйҙы ла юғалды. Таң алдынан ғына ҡайтты. Ҡайһы бер һуң тыуған комсомолдар шулайта. Аҡса менән юғалалар ҙа Лондонда табылалар. Быларҙың береһе лә ул ҡәҙәр ҡурҡыныс түгел. “Хәҙерге йәштәр муллыҡҡа күнеккән, улар бик насар ғәҙәт менән айырылып тора, абруйлы кешеләрҙе күрә алмай, өлкәндәрҙе хөрмәт итмәй. Балалар ата-әсәһе менән бәхәсләшә, ҡомһоҙланып ашай, уҡытыусыларҙы интектерә”. Былар комсомол тарҡалғансы 2500 йыл элек әйтелгән. Кем тарафынан? Гуглдан һорағыҙ.

Беҙҙең йәштәр менән ВЛКСМ-һыҙ ҙа барыһы ла һәйбәт буласаҡ, дәүләт вәкилдәре лә бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел. Беләһегеҙме, һеҙгә ни өсөн йәштәр белемһеҙ, тәрбиәһеҙ, алама ғәҙәтле булып тойола? Сөнки беҙ әллә ҡасан инде йәш түгел, ә был ҡурҡыныс. Һәм үкенесле. Сөнки ҡайһы берҙә “ыштан балаҡтарын төрөп, комсомол артынан йүгерге килә...” Ләкин хәҙер төрөлгән балаҡ менән йүгерергә һуң инде. Ә комсомол йәл, әлбиттә. Мин “диңгеҙҙә һуғыш уйнаған” комсомол йыйылыштарын, шараплы комсомол субботниктарын, портвейнлы комсомол дружиналарын шул тиклем яратам. Ә һылыу комсомолкалар менән комсомол кисәләре? Әлеге һылыуҙар беҙҙекеләрҙең тырнаҡ осона ла тормай, беҙҙекеләр ВЛКСМ Уставын ятҡа белде, Марксты уҡыны. Ә нисек үбешәләр ине... Уставта ла, Маркста ла был хаҡта яҙылмаһа ла.

 

Автор:Илья КРИШТУЛ.
Читайте нас: