+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2021, 12:56

“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА

“Ҡашҡаҙан” паркы йәмләнә, ағастары, ҡыуаҡтары ла гөрләп үҫеп килә. Ана, ниндәй йәш ҡарағайҙар матур булып ултыра. Был паркты яңыртып төҙөү 2019 йылда башланғайны.

“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА
“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Өфөләге бер нисә объектты ҡарап сыҡты. “Ҡашҡаҙан”да ла булды.

Сипайловолағы Ҡашҡаҙан  күленең төбө бик ныҡ бысранғайны, төҙөкләндереү барышында уны яҡшылап таҙартҡандар. Ярына яуым-төшөм һыуҙарын ағыҙыу канализацияһы, пирстар, ял зоналары эшләнгән. Төбәк етәксеһе паркта эштәрҙең киләһе йәй 12 июнгә тамамланырға тейешлеген белдерҙе.

Радий Хәбиров бер ыңғайҙан Сипайловола Яр буйы урамында ике йыл элек ултыртылған йәш ағастарҙың нисек ерегеп, үҫеп киткәнен дә ҡарап әйләнде.

Кисә Башҡортостан Башлығы тағы ла Киров районында шулай уҡ 2019 йылда һалына башлаған “Көньяҡ” паркында булды, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ихаталарҙы төҙөкләндереү барышын, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн ҡараны.

Олег ЯРОВИКОВ фотолары.

Сығанаҡ: Башинформ.

“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА
“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА
“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА
“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА
“ҠАШҠАҘАН” ПАРКЫ КИЛӘҺЕ ЙӘЙГӘ ӘҘЕР БУЛА
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: