+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2021, 20:14

ЯҢЫ КҮПЕРҘӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ АСЫЛДЫ

Бөгөн Өфөлә Воровский урамы саты тапҡырында Ағиҙел аша һалынған өҫтәлмә күпер асылды.  

ЯҢЫ КҮПЕРҘӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ АСЫЛДЫ
ЯҢЫ КҮПЕРҘӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ АСЫЛДЫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы күпер буйлап транспорт хәрәкәтенә старт бирҙе. Күпер «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөлдө һәм 3,43 млрд һумға төштө.

Радий Хәбиров техник яҡтан ҡатмарлы объектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалған төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе, уларҙың һалҡын йә селлә тип тормай, ҡыҫыҡта, транспорт хәрәкәтен яптырмай эшләүе айырым рәхмәткә лайыҡ.

Яңы өҫтәлмә юлға тағы өс һыҙат өҫтәне, һыҙаттар һаны 11-гә етте, тик 1956 йылда һалынған аркалы күпергә 2022-2024 йылдарҙа капиталь ремонт үткәрелә һәм ремонт осоронда бөтәһе 9 хәрәкәт итеү һыҙаты ҡулланыуҙа була.

Олег Яровиков һәм Илшат Ҡаҙаҡҡолов фотолары.

Сығанаҡ: Башинформ.

ЯҢЫ КҮПЕРҘӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ АСЫЛДЫ
ЯҢЫ КҮПЕРҘӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ АСЫЛДЫ
ЯҢЫ КҮПЕРҘӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ АСЫЛДЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: