-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2021, 09:51

БАЛАЛАР СӘЛӘМӘТ БУЛҺЫН

Башҡортостандың бер нисә мәктәбе башланғыс кластарҙа балалар һимереп китмәһен өсөн дөрөҫ туҡланыу һәм хәрәкәтләнеү сараларынан торған проектҡа ҡушылған. Был проектҡа йәнә Мәскәү һәм Һарытау өлкәләре мәктәптәре инә.  

БАЛАЛАР СӘЛӘМӘТ БУЛҺЫН
БАЛАЛАР СӘЛӘМӘТ БУЛҺЫН

Башҡортостан Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, проект 2021-2022 уҡыу йылында өс мәктәптә – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала гимназияһында, Өфөнөң 5-се лицейында һәм Бөрөләге ныҡ боҙоҡ телмәрле балалар өсөн коррекция мәктәп-интернатында индерелә.

Программа эндокрин ауырыулы балаларға ярҙам сифатында Рәсәйҙә 2014 йылдан бирле эшләй. Уға РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла булышлыҡ итә.   

Һайланған мәктәптәрҙә  2021 йылдың ноябренән алып 2022 йылдың майына тиклем 6–11 йәшлек балаларҙың уҡытыусылары һәм ата-әсәләре өсөн эндокринологтар лекциялар ҙа уҡыясаҡ. Ә мәктәптә балалар менән күнегеүҙәр үткәреү өсөн урам спорт майҙансығында шөғөлләнеүгә рөхсәт бирелә.

Сығанаҡ: Башинформ. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: